«Зима 2025»

Һаумы, бала саҡ, оҙон - оҙаҡ бала саҡ!

Рус телле мәктәптәрҙең 7-се класында М. Кәримдең "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" әҫәре буйынса йомғаҡлау дәресе.

Олимпиады: Всеобщая история 5 - 11 классы

Содержимое разработки

Миңлеғолова Әминә Мөхәмәт ҡыҙы . Әлшәй районы Раевка 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.


Тема: Һаумы, бала саҡ, оҙон - оҙаҡ бала саҡ! ( Рус телле мәктәптәрҙең 7-се класында М. Кәримдең « Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәре буйынса йомғаҡлау дәресе)

Маҡсат: телмәр үҫтереү; уҡыусыларҙың әҫәрҙе аңлап һөйләүенә ирешеү, йөкмәткене асыу; тасуири уҡыу һәм һөйләү күнекмәләрен үҫтереү; әҫәрҙән мәҡәл-әйтемдәрҙе, фразеологизмдарҙы табырға өйрәтеү; әхлаҡ тәрбиәһе биреү ( ата-әсәгә, тәбиғәткә, дуҫтарға хөрмәт тәрбиәләү) ; икмәкте ҡәҙерләргә өйрәтеү.

Дәрестең эпиграфы:

Бала саҡта алған тәрбиәне һуңынан бөтә

донъя халҡы ла үҙгәртә алмаҫ.

Ризаитдин Фәхретдин.


Дәрес барышы:

I Ойоштороу мәле.

Һаумыһығыҙ!

Ултырығыҙ. Бер-беребеҙгә йылмайып ҡарайыҡ та дәресебеҙҙе күтәренке кәйефтә башлайыҡ.

Башҡортса матур, таҙа һәйләшеү өсөн һәр ваҡыттағыса телдәребеҙҙе шымартып алайыҡ. 1-се слайд.

Фонетик күнегеү.

Эй, бала саҡ, бала саҡ!

Матур , ғәмһеҙ бала саҡ!

Бәхетле саҡ, иркә саҡ,

Мәңге онотолмаҫ саҡ!


II. Темаға инеш.

Уҡытыусы һүҙе. 2-се слайд.

Донъяла кеше тыуа. Үҙенең бәхете менән тыуа һәр сабый. Ләкин яҙмыш ниндәй боролоштар әҙерләп ҡуйҙы икән? Ниндәй борсоу-мәшәҡәттәр аша уҙаһы бар кешенең? Аптырап ҡалмаҫмы? Эҙен-юлын юғалтмаҫмы?

Ғүмер уҙған һайын артҡа йышыраҡ әйләнеп ҡарайһың. Бала саҡ тигән серле лә, сихри ҙа осор торған һайын арттараҡ ҡала килә. Уның һайын нығыраҡ иҫкә төшә, һағындыра. Ҡайҙа һин бала саҡ, оҙон-оҙаҡ бала саҡ?

  • Уҡыусылар, нисек уйлайһығыҙ, беҙ бөгөн нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

  • Бала саҡ тураһында.

  • Бала саҡ тураһында һеҙ ниндәй әҫәр беләһегеҙ?

  • М.Кәримдең « Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесы.

III. Белемдәрҙе актуалләштереү.

  • Әйҙәгеҙ, өй эшен тикшереп алайыҡ. Һеҙгә өй эше итеп М. Кәримдең тормошо һәм ижады буйынса әҙерләнеп килергә ҡушылғайны. Шулай итеп, кем һуң М. Кәрим? 3-сө слайд. Был һорауға яуап бирергә ошо схема ярҙам итер. 4-се слайд.

Ҡасан? Ҡайҙа?



Нисек? Мостай Кәрим Ниндәй?




Кем?


Уҡыусыларҙың яуаптары. 5-8 се слайдтар.

  • Эйе. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына быйыл көҙ 95 йыл тула. Балалар уның хикәйәләрен, повестарын яратып уҡыйҙар. Йәш быуын халҡыбыҙҙың бөйөк яҙыусыһы М.Кәримдең әҫәрҙәрен белергә тейеш. Ә һеҙ уның ниндәй шиғырҙарын беләһегеҙ?

Уҡыусылар «Уҡытыусыма», «Ҡайын япрағы тураһында», «Россиянмын» шиғырҙарын һөйләйҙәр.

Яңы теманы проблемалы аңлатыу.

- Ә хәҙер дәрестең эпиграфын уҡып китәйек. 9-сы слайд.

Бала саҡта алған тәрбиәне һуңынан бөтә

донъя халҡы ла үҙгәртә алмаҫ.

Ризаитдин Фәхретдин

-Нисек аңлайһығыҙ был һүҙҙәрҙе?

Уҡыусыларҙың яуаптары.

-Әйҙәгеҙ, уҡыусылар, күңелебеҙҙән генә Оло Инәйгә эйәреп юлға сығайыҡ. Кем икән Оло инәй? Был һорауға яуапты дәрес барышында табырбыҙ.

IV.Нығытыуҙың беренсе этабы.

Һорауҙарға яуаптар биреп, М.Кәримдең « Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесының өҙөгөн нисек үҙләштерҙегеҙ икән, шуны асыҡлап үтәйек. 10-сы слайд.

  • Кем ул Оло инәй?

  • Малайға ни өсөн Кендек ҡушаматы бирелгән?

  • Ҡара Йомағол Кендектәргә ни өсөн килә?

  • Ул нисек хәбәр итә?

  • Ә ҡунаҡ саҡырыу йолаһы башҡорттарҙа нисегерәк була? Ошо урынды текстан табып уҡып күрһәтегеҙ.

  • Ҡара Йомағол ни өсөн малай булыуын теләй?

  • Ул ниңә арҡан ишә?

  • Ниндәй легенда тураһында һәйләй?

  • Бала тыуғанына тағы кемдәр шатлана?

  • Быны ҡайҙан беләбеҙ?


- Хәҙер төркөмдәргә бүленеп эшләп алабыҙ. Был бүлектә бик күп мәҡәл-әйтемдәр, фразеологик берәмектәр ҡулланылған. 1-се төркөм - мәҡәл-әйтемдәрҙе , ә 2-се төркөм – фразеологизмдарҙы табып мәғәнәләрен аңлата.

Һеҙ үҙегеҙ мәҡәлдәрҙе яҡшы беләһегеҙ микән, тест ярҙамында тикшереп алайыҡ (карточкалар таратыу). 11-се слайд.

Мәҡәлдәр

(тест)

1) Әсәм йорто … бишек (һары, алтын, көмөш).

2) Әсә йылыһы - … йылыһы ( ай, ҡояш, йондоҙ).

3) Әсә - шәфҡәт … ( океаны, йылғаһы, диңгеҙе).

4) Икмәк –бөтәһенә лә … (аяҡ, ҡул, баш).

5) Икмәк – тәбиғәт… (хазинаһы, алмаһы, емеше).

6) Ҡош ояһын туҙҙырма, … төшөр (рәхмәте, ҡарғышы,

изгелеге).

7) Ысын дуҫ … һынала ( шатлыҡта, бәхетһеҙлектә,

шаярыуҙа).

Тестарҙың дөрөҫлөгөн тикшереү. 12-се слайд.


V. Ял минуты. (Башҡортса йәнһүрәт ҡарау). 13-сө слайд.

VI.Нығытыуҙың икенсе этабы.

-Ана, ҡарағыҙ әле, Беҙҙең бәләкәй геройыбыҙ Кендек быҙау эҙләргә китеп бара. Ә уның ҡаршыһына Һары Серәкәй - Әсғәт сығып баҫҡан.

Ике малай алдан әҙерләнгән өҙөктө күрһәтә.

- Әй, малай, ыңғайла былай!

- Үҙең ыңғайла. Мин быҙау эҙләргә барам.

- Шөрләмә.Һиңә булмаҫ һис нәәмә, мин кешегә теймәйем.

- Нимә еҫе килә? Йә әйт инде, нимә еҫе килә?

- Юҡсы, бер еҫ тә килмәй.

- Һин яҡшылабыраҡ еҫкә, танауыңды йырыбырыҡ. Их, һин, шуны ла белмәйһең… Күмәс еҫе, май күмәсе. Әле генә күмәс ашап сыҡҡайным.

- Ашаһаң ни… Мин быҙау эҙләргә барам.

- Мин дә һиңә быҙау эҙләшәйемме?

- Эҙләшһәң ни…

- Эй, туҡта әле, ыштан кеҫәңдә һинең нимә ҡабарып тора ул?!

- Икмәк ҡатыһы.

- Булмаҫ, йә таштыр әле.

- Бына, ышанмаһаң, быҙау алдатырға.

- Быҙауҙы, ни уны, былай ғына, алдатмай ғына ҡыуып ҡайтырбыҙ. Әйҙә, икмәкте ултырып ашайыҡ.

- Үҙең әле генә, май күмәсе ашап сыҡтым , тип маҡтандың…

- Күмәс кенә тамаҡты туйҙырмай шул, уны икмәккә ҡушып ашарға кәрәк.

- Ә ниңә һуң ҡушып ашаманың?

- Икмәк булмағас.

- Мә, аша.

- Икмәкте баҫып ашарға ярамай. Баҫып ашаһаң туҡландырмай ул. Әгәр бер валсығын ергә төшшөрһәң, яҙыҡ була. Яҙыҡ булғас, тамуҡта яндыралар.

- Һайыҫҡан, һайыҫҡан, күкәй эскән, май эскән!

- Тейҙерһәң һуң?

- Тейһә, тейә бирһен., һандуғас балалары түгел әле.

- Һайыҫҡанға ла үҙ балаһы ғәзиз.Уның да эсендә йәне бар.. Бөтә нәмәләрҙең дә йәндәре бар - ағастарҙың да, таштарҙың да, үләндәрҙең дә… Йәндәре булмаһа, йәшәрҙәр инеме ни улар? Беҙҙең бармаҡ киҫелһә, ҡыҙыл ҡан аға, ағастарҙың ботағын ҡырҡһаң, аҡ ҡан аға. Тимерҙе тимергә һуҡһаң, сыңлай бит, эйеме?. Шул тимерҙең илауы була инде.


-Уҡыусылар! Өҙөктө ҡарап, Һеҙ үҙегеҙ өсөн ниндәй фәһемле нәмәләр алдығыҙ?

- Икмәкте баҫып ашарға ярамай.

- Валсығын да ҡойорға ярамай.

- Ҡоштарҙы рәнйетергә, үҫемлектәрҙе өҙөргә ярамай.

- Әйҙәгеҙ әле, әкиәттәгесә беҙ ҙә үләндәр, ағастар менән һөйләшеп ҡарайыҡ. Әгәр ҙә улар һөйләшә белһәләр беҙгә ни тип әйтерҙәр ине?

- Беҙҙе өҙмәгеҙ, һындырмағыҙ. Беҙ һеҙгә йәшәү бирәбеҙ.

- Тимәк, икмәк тә, тәбиғәт тә беҙҙе йәшәтеүселәр.

Әйтегеҙ әле, Әсғәт менән беҙҙең герой Кендекте нимә бәйләй?

- Дуҫлыҡ.

- Уларҙың дуҫлығы ниндәй?

- Улар ысын дуҫтар.

VII. Йомғаҡлау.

- Балалар, беҙ кемгә эйәреп китеп барабыҙ әле?

- Оло инәйгә.

- Оло инәй кем ул?

- Кендек инәйе, улына тәрбиә биреүсе, аҡыл биреүсе. Халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын һаҡлаусы кеше. Оло инәй – ғаилә, өй йәмен тотоп тороусы, изгелекле кеше.

- Ул беҙҙең геройҙарыбыҙға ниндәй тәрбиә бирә?

-Ата менән бала араһында яҡшы мөнәсәбәт булырға тейеш. Бер- береңде ҡыйырһытмаҫҡа кәрәк.

- Эйе, Оло инәй балаға донъяля йәшәү тәртиптәрен, һәйбәт йолаларҙы, әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләрен башлап еткерә, күңеленә һеңдерә, зиһенен үҫтерә, йөрәк йылыһын бирә.

Ә беҙ бөгөнгө дәрестә, Оло инәйгә эйәреп йөрөп, үҙебеҙ өсөн нимәләр алдыҡ?

Уҡыусылар һанап үтәләр.

- Дәрестең эпиграфына әйләнеп ҡайтайыҡ. Эпиграф бөгөнгө дәресебеҙгә тап киләме?

Уҡыусыларҙың яуаптары.


Баһалар ҡуйыу.

Өй эше.

14-се слайд.

1-се төркөм - Бала саҡ тураһында презентация әҙерләргә;

2-се төркөм- Бала саҡ тураһында хикәйә яҙырға;

3-сө төркөм – Бала саҡ тураһында һүрәт төшөрөргә.














Получите свидетельство о публикации сразу после загрузки работы



Получите бесплатно свидетельство о публикации сразу после добавления разработки


Серия олимпиад «Зима 2025»



Комплекты учителю



Качественные видеоуроки, тесты и практикумы для вашей удобной работы

Подробнее

Вебинары для учителей



Бесплатное участие и возможность получить свидетельство об участии в вебинаре.


Подробнее